«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Зенит» алға сыҡты



03.10.2019 «Зенит» алға сыҡты

Чемпиондар лигаһының «G» төркөмөндә сығыш яһаған «Зенит» футболсылары икенсе төркөм уйынында Португалияның «Бенфика» клубын ҡабул итеп, уларҙы 3:1 иҫәбенә еңде.
Беренсе уйында улар «Лион» менән 1:1 иҫәбенә таралышҡайны.
Хәҙер «Зенит» ике уйын һөҙөмтәһе буйынса дүрт мәрәй яулап, үҙ төркөмөн етәкләй. Киләһе осрашыуын Семактың тәрбиәләнеүселәре Германияла урындағы «Лейпциг» уйынсылары менән үткәрәсәк. «Лейпциг» иһә әлегә ике уйындан һуң өс мәрәйе менән өсөнсө урында урынлашҡан.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға