«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Умыртҡа һөйәге ауыртамы?



02.10.2019 Умыртҡа һөйәге ауыртамы?

Умыртҡа һөйәге ауыртмаған кеше һирәк.

Хәҙер беҙ һеҙгә ябай ғына массаж менән умыртҡа һөйәгенә ярҙам итергә өйрәтәсәкбеҙ.

Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, ләкин табандың ҡабырғаһында умыртҡа һөйәге сағыла. Арҡаның проблемалары ауыртҡан нөктәләрҙә табыла. Шуларға массаж яһарға кәрәк тә инде.


Массаждың методикаһы ябай ғына, уны һәр кем эшләй ала.

Аяҡ-ҡулдарҙы йыуып, үҫемлек майы, йә крем алып, иркенләп һөйәлеп, диванғамы, иҙәнгәме йәйелеп ултырып, табанығыҙҙы ҡулығыҙға алығыҙ. Табанда "умыртҡаны" табығыҙ. Үксә менән баш бармаҡ араһы умыртҡа һөйәге проекцияһы. Бармаҡтар менән ныҡ итеп баҫып, үксәнән бармаҡтар яғына һыҙатты һылап-һыйпарға. Умыртҡа һөйәгенең ҡайһы тирәһендә ауыртыу бар, шуны табанда ла һиҙәсәкһегеҙ. Көнөнә бер нисә тапҡыр ана шулайтып массаж яһай торғас, умыртҡағыҙҙы һауыҡтырыуға ҙур өлөш индерәсәкһегеҙ. Тотошлай табанығыҙға массаж яһау ҙа тик файҙаға ғына.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға