«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мин яратам һине, тормош!



02.10.2019 Мин яратам һине, тормош!

Мин яратам һине, тормош!Кисә өлкән йәштәге үҙешмәкәр артистарҙың "Мин яратам һине, тормош!" VIII Республика фестивале тантаналы тамамланды.

Ете төбәк турында 2500-ҙән ашыуыраҡ кеше үҙ һәләттәрен күрһәтеп, республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған фестивалдең гала-концертына 500-ҙән ашыу үҙешмәкәр артистар йыйылды.

Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадырова етәкләгән жюри ағзаларына улар араһынан иң-иңдәрҙе һайлап алыу бер ҙә еңел түгел ине, сөнки йылдан-йыл ҡатнашыусыларҙың тәжрибәһе, оҫталығы арта.


Быйыл фестивалдең төп еңеүсеһе тип Саҡмағош районынан "Иҙел" халыҡ музыка ҡоралдары оркестры табылды (етәксеһе Р.Кәримов).


Йыр башҡарыуҙа «Соло» номинацияһында еңеүселәр:
1 урын - Фуат Юнысбаев, Стәрлетамаҡ.
2 урын – Рәйлә Әйүпова, Дәүләкән районыы.
3 урын - Котлакова Тамара, Салауат.
Махсус диплом менән Фирғәт Ғәлин бүләкләнгән. Балтас районы.


“Хор” номинацияһы:
1 урын - «Вдохновение» рус халыҡ хоры, Бишбүләк, етәксеһе М.Г. Пашуткина.
2 урын - «Радоница» рус халыҡ хоры, Өфө, етәксеһе М.А. Листкова.
3 урын – ветерандар халыҡ хоры, етәксеһе В. Сәйфуллина, Благовещенск.


«Фольклор коллективы» номинацияһы:
1 урын - «Умыр кас» фольклор коллективы, етәксеһе Л.И. Тимирбаева, фольклор ансамбле «Кумыл», етәксеһе Л.А. Байрамова, гармунсылар ансамбле «Рвезе кумыл», етәксеһе В.А. Шуматов, Ҡалтасы районы .
2 урын – Башҡорт фольклор ансамбле «Өфө иҫтәлектәре», етәксеһе Иҡсанова Н.Н., Орджоникидзе районы.
3 урын - халыҡ фольклор ансамбле «Элгеләү», етәксеһе Ф.Р. Шәғәлина, Бөрйән районы.

«Ихлас» халыҡ фольклор ансамбле, етәксеһе С.И. Низамова, Әбйәлил районы, удмурт фольклор ансамбле «Льомпу», етәксеһе Ф.Н. Нуриәхмәтов, Тәтешле районы, «Аманат» фольклор ансамбле, етәксеһе А. Мостафина, Балтас районы - махсус дипломдар менән бүләкләнгән.


«Ансамбль»номинацияһы:
1 урын - «Өмөт» халыҡ ансамбле, етәксеһе Н.Ф. Ханнанова, Салауат.
1 урын - «Малайҙар» ир-егеттәр йыр ансамбле, етәксеһе А.М. Хәмзин, Әбйәлил районы.
2 урын - Мордва йыр ансамблеь, етәксеһе Т. Юртаева, Фёдоровка районы.
2 урын - «Уралочка» рус халыҡ йыры ансамбле, етәксеһе Н. Володина, Благовещенск.
3 урын - «Ош вис-вис» йыр ансамбле, етәксеһе С. Мөхәмәтдинов, Борай районы.
3 урын - «Илхам чишмэсе» халыҡ татар фольклор ансамбле, Бүздәк районы.


Яңғыҙ бейеүселәр араһында:
1 урын - Фатима Хәйретдинова, Өфө.
2 урын - Альбина Нафикова, Бөрө.
3 урын - Римма Христу, Иглин районы.


«Ансамбль» номинацияһы:
1 урын – “Сәсмәүер” халыҡ фольклор ансамбле, етәксеһе З.Г. Ҡужәхмәтова, Әбйәлил районы.
2 урын - «Серебряный ручей» бейеү коллектив, Өфө районы.
2 урын - «Фаворит» халыҡ ансамбле, етәксеһе С. Һәм И. Төхвәтуллиндар, Стәрлетамаҡ.
3 урын - «Йәш йөрәктәр” бейеү коллективы, етәксеһе М.Я. Шәрифуллина, Ҡыйғы районы.
3 урын - «Хазина» бейеү коллективы, Архангель районы,етәксеһе P.M. Мөхәмәтйәрова.


Музыканттар араһында «Соло» номинацияһы:
1 урын - Риф Ҡәйепҡолов, Баймаҡ районы.
2 урын – Рәмил Мөлөков, Ауырғазы районы.
3 урын - Марат Нурмөхәмәтов, Нуриман районы.
3 урын – Ғәрифә Кудрявая, Учалы.


«Ансамбль» номинацияһы:
1 урын – Ейәнсура районының йыйылма ансамбле, етәксеһе В.Мәүлитов, Ф.Тоҡомбәтов.
1 урын - «Акарт» халыҡ фольклор ансамбле, Мишкә районы.
2 урын - Краснокама районының гармунсылар ансамбле, етәксеһе Ф. Насретдинова.
3 урын - «Аманат» башҡорт фольклор вокаль-инструменталь ансамбле, етәксеһе В.Ҡаразбаева, Мәләүез.


«Оркестр» номинацияһы:
1 урын - «Наурыз» инструменталь ансамбле, етәксеһе 3. Сәлимова, Мәсетле районы.


“Нәфис һүҙ” номинацияһы:
1 урын - Страутина Людмила, Стәрлетамаҡ.
2 урын - Кәримова Асия, Бөрө.
2 урын - Анохина Нина, Ҡариҙел районы.
3 урын - Йосопова Гүзәл, Өфө.
Махсус диплом - Әхмәтова Тәнзилә.


«Театраль миниатюра» номинацияһы:
1 урын - Учалы ҡалаһының халыҡ театры, етәксеһе Л. Низаметдинова.


«Оригиналь жанр» номинацияһы:
1 урын - «Красные кресты» вокально-инструменталь ансамбле, етәксеһе Р.Ҡорамшин, Өфө.
Махсус диплом – “Әхирәттәр” халыҡ башҡорт фольклор ансамбле, етәксеһе К.Миниғолова, Дәүләкән районы.


Шулай уҡ башҡа бик күп үҙешмәкәр артистар ҙа махсус дипломдар менән наградланды. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға