«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Канаданы "уҡыттылар..."



02.10.2019 Канаданы "уҡыттылар..."

Японияла барған волейбол буйынса донъя кубогы турнирында Рәсәй йыйылма командаһы икенсе уйын рәттән еңеү байрам итте.
Улар беренсе осрашыуҙа Иран волейболсыларын 3:0 иҫәбенә алдырғас, бөгөн Канада командаһы менән уйнаны. Саған япраҡтар беҙҙекеләрҙе ике партияла (25:23, 25:16) иҫәптәренә еңгәс, һуңынан Рәсәй уйынсылары уларҙы 25:17, һуңынан 25:23 иҫәбенә отоп бәйгене тигеҙләй. Ә инде тай-брейкта беҙҙекеләр йәнә көслөрәк булып, Канаданы 15:10 иҫәбенә еңә.
Киләһе уйынын улар 4 октябрь, Австралия менән үткәрәсәк.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға