«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Лококмотив»ҡа үҙ көйәрмәндәре лә ярҙам итә алманы



02.10.2019 «Лококмотив»ҡа үҙ көйәрмәндәре лә ярҙам итә алманы

Футбол буйынса Чемпиондар лигаһының «D» төркөмөндә уңышлы старт алған «Лококмотив» командаһы икенсе төркөм уйынында Испанияның «Атлетико» клубына 0:2 иҫәбенә отолдо.
Рәсәй командаһы беренсе осорҙа ғына дәғүәсеһенә ҡаршы тора алды, һуңынан ҡунаҡтарҙан ике яуапһыҙ туп үткәртеп, еңелергә мәжбүр булдылар.
Был отолоуҙан һуң улар, үҙ төркөмөнөң өсөнсө баҫҡысына төштө. Өҫтә дүртәр мәрәй яулап, «Атлетико» менән «Ювентус» килә. «Байер» әле мәрәйһеҙ.
Шунда уҡ ҡатнашыусы икенсе клубыбыҙ «Зенит» иһә бөгөн Португалияның «Бенфика»һын ҡабул итәсәк.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға