«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 1 октябрь



02.10.2019 Юл фажиғәләре - 1 октябрь



1 октябрҙә республика юлдарында 13 автомобиль аварияһы теркәлеп, бер кеше һәләк булған, 15 кеше травмалар алған.

Салауат ҡалаһында төндә Калинин һәм Губкин урамдары сатында ҡара-ҡаршы килгән "Chevrolet Lanos" менән ВАЗ-2112 машиналары бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә ВАЗ-дың пассажиры - 24 йәшлек ҡыҙ дауаханаға барып етмәйенсә йән биргән.

"Chevrolet Lanos"-тың 33 йәшлек водителе лә, ВАЗ-дың 26 йәшлек водителе лә етди травмалар алған.

Был авария буйынса тикшереү бара (әлегә билдәле булыуынса, "Chevrolet" һулға боролған булған, ВАЗ тура барған).

Тәүлек эсендә 2200 юл ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлеп, эскән килеш рулгә ултырған 27 водитель тотолған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға