«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Демография" милли проекты буйынса балалар баҡсаһы һалына



02.10.2019 "Демография" милли проекты буйынса балалар баҡсаһы һалына

Ошо айҙа Өфө районының "Миловка паркы" торлаҡ комплексында 180 урынға балалар баҡсаһы төҙөлөшө башлана.

Был төҙөлөш Владимир Путин үҙ указы менән иғлан иткән "Демография" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы башҡарыла.

Балалар баҡсаһын 2020 йылдың авгусына тиклем төҙөп бөтөү күҙаллана. Уға бөтәһе 126 млн һум аҡса бүленәсәк. Быйыл федераль ҡаҙнанан 51 млн йүнәлтелергә тейеш.

Әйткәндәй, был торлаҡ комплексында алданған өлөшсөләр ҙә бар. Улар яҡындағы "Йәштәр" комплексынан фатир асҡысы аласаҡ.

Тағы ла пландар: киләһе йыл мәктәп төҙөлә башлай





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Госстрой РБ,
Источник: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға