«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостандың ике коллективы Волга буйы театрҙары фестивалендә ҡатнаша



01.10.2019 Башҡортостандың ике коллективы Волга буйы театрҙары фестивалендә ҡатнаша

Башҡортостандың ике коллективы Волга буйы театрҙары фестивалендә ҡатнашаБөгөн уның икенсе этабы башланды. Беренсе һынауҙы үткән 14 мәктәп һәм 14 студент театрҙарының спектаклдәре хәҙер төбәк телеканалдарында күрһәтелә башлай. Межгорье ҡалаһының “Пауза” театр студияһы 15 октябрь, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” халыҡ театры ҡуйған спектакль бөгөн Волга буйы округына ҡараған телеканалдарҙа күрһәтелә..

Конкурста ҡатнашҡан ижади эштәр менән халыҡты таныштырғандан һуң, ноябрҙә тауыш биреү этабы башлана.





Автор: Т. АМАНОВ.
Фото: vk.com
Источник: БСТ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға