«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәргәндәр оҫталығын ярыштарҙа арттыра



01.10.2019 Мәргәндәр оҫталығын ярыштарҙа арттыра

Танылған бейеүсе һәм мәргән уҡсы Урал Мортазин хәбәр итеүенсә, 29 сентябрҙә Ишембай районының Һайран ауылы янында Һайран Сәйетов призына уҡ атыу буйынса турнир уҙған.

Еңеүселәрҙе барлап үтеүе һәр ваҡыттағыса күңелле!

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
1 урын - Динә Вәлиева (Учалы районы)
2 урын - Мира Кәримова (Ишембай)
3 урын - Гүзәлиә Хәлилова.

Ир-егеттәр араһында:
1 урын - Илназ Үҙәнбаев (Учалы)
2 урын - Артур Батыршин (Өфө)
3 урын - Рушан Хәсәнов (Өфө)

Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

"Мәргән уҡсы" төркөмөнөң етәксеһе Юлай Ғәлиуллиндың YouTube каналында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән сығыш яһауы тураһында ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Мәҫәлән, был видеола ул ҡолаҡсын тураһында һөйләй
https://www.youtube.com/watch?v=fl6FMOtInqI&feature=youtu.be





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға