«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кәрим Хәкимов тураһында яңы мәғлүмәттәр билдәле



01.10.2019 Кәрим Хәкимов тураһында яңы мәғлүмәттәр билдәле

Бөйөк Британияның Сит ил эштәре министрлығы архивтарының береһе Башҡортостанға ғәрәп илдәрендәге күренекле совет дипломаты – Яҡын Көнсығышта «Ҡыҙыл паша» исеме менән билдәле Кәрим Хәкимов тураһындағы уникаль документтар тапшырған. Унда Яҡын Көнсығышта яҡташыбыҙҙың эшмәкәрлеге бәйән ителә. Вәкиллектәр хеҙмәткәрҙәренең хәбәрҙәре, разведка мәғлүмәттәре, хаттар, дипломатия ведомстволарының хаттары ингән. Күп документтар инглиз телендә.


Архив мәғлүмәттәрен Кәрим Хәкимовтың биографияһын өйрәнеүсе , юрист Владислав Йосопов алған. Уның әйтеүенсә, 30 йәшлек дипломатҡа төрлө яҡлы характеристика бирелгән. 1924 йылда СССР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле ғаиләһе менән сүллеккә әҙерлекһеҙ, әйберҙәрһеҙ, тейешенсә кейенмәйенсә килеп төшә. Хәкимов ярты йыл эсендә урындағы халыҡтың ихтирамын яулап өлгөрә.
Документтар тарихсы ғалимдар өсөн бик ҡыҙыҡлы. РФ Сит ил эштәре министрлығы рөхсәт биргәс, ул йәмәғәтселеккә тәҡдим ителәсәк.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға