«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Вилли менән Ябай малайҙы күрергә килегеҙ!



01.10.2019 Вилли менән Ябай малайҙы күрергә килегеҙ!

4 октябрҙә Өфөнөң Матбуғат йорто алдында үтәсәк Бөтә халыҡ матбуғатҡа яҙылыу көнөнә "Йәшлек" гәзите эстрадабыҙҙың ике "йондоҙон" - Вилли менән Ябай малайҙы саҡырҙы!

Вилдан Шәмсетдинов менән Йәмил Баймырҙин журналистарҙы үҙҙәренең йырлы-моңло күстәнәсле тамашаһы менән һөйөндөрәсәк.

Әйткәндәй, республиканың төп гәзит-журналдары хеҙмәткәрҙәре менән осрашырға, күргәҙмәләрен ҡарарға, шунда уҡ яҙылырға, йыр-моңға тамаша ҡылырға мөмкин буласаҡ.

Байрам мәлендә журналистар донъя чемпиондары менән шашка уйнаясаҡ. Донъя кубогы финалын еңеүсе, алты тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина, донъя вице-чемпионы Айгөл Иҙрисова, Рәсәй йыйылма командаһы составында күп тапҡыр донъяла һәм Рәсәйҙә еңеү яулаған Айнур Шәйбәков бер юлы уйнау сеансын үткәрәсәк.

Бөтә халыҡ матбуғатҡа яҙылыу көнө көндөҙ сәғәт 12-лә башланасаҡ! Килегеҙ! Көтәбеҙ!





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға