«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Һеңлекәш" фильмы Голливуд киноларын артта ҡалдырҙы



01.10.2019 "Һеңлекәш" фильмы Голливуд киноларын артта ҡалдырҙы

Беләһегеҙ, әле кинотеатрҙарҙа Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" әҫәре буйынса төшөрөлгән "Һеңлекәш" ("Сестренка") фильмы бара. Өфөлә прокат уңыш яулай.

Баш ҡалала был таҫма менән бер рәттән "ҡысҡырып торған" атамалы кинолар ҙа, Голливудтыҡылар ҙа күрһәтелә.
Әммә "Һеңлекәш" патриотик-хәрби фильмы уларҙы уҙҙырҙы, буғай. Кассаларҙа аҡса йыйыу буйынса ул «Тайна печати Драконов», «Комната желаний», «Рэмбо: Последняя кровь», «Вчера» тигәндәрҙән алға сыҡҡан.

Фильмға артабан уңыштар теләйек! Бармағандар ҡалдымы әле?






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға