«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гол индереп рәхәтләнгәндәр...



01.10.2019 Гол индереп рәхәтләнгәндәр...

Бразилияла уҙған футбол буйынса ике ҡатын-ҡыҙ команда араһындағы осрашыу бик ҙур иҫәпкә тамамланған.
Бер яҡ футболсылар дәғүәсеһенең ҡапҡаһына 56 тапҡыр туп сойорғотоп, уларҙы 56:0 иҫәбенә ҡыйратҡан. Бер уйынсыһы хатта 14 гол индереп, хәҙер беренселектә бомбардир булып киткән.
Тик шулай ҙа донъяла тағы бер бәйге бынан да күберәк тупҡа бай булған.
Мадагаскарҙа уҙған осрашыуҙа бер яҡ команда үҙ етәкселегенә дәғүәһен белдереп, үҙ ҡапҡаһына 149 тапҡыр гол индергән.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға