«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Ҡояшлы балалар"ға ярҙамға



20.09.2019 "Ҡояшлы балалар"ға ярҙамға

Йүгерергә яратаһығыҙмы?!

Был аҙнала Өфөлә Даун синдромлы балаларҙың ата-әсәләрен берләштергән «СоДействие» төбәк ойошмаһы "ҡояшлы балалар"ға ярҙам йөҙөнән VI көҙгө йүгереү ойоштора!

Ҡыуаныс артынан Ҡашҡаҙан ял һәм мәҙәниәт паркына килегеҙ.

Төрлө дистанциялар буласаҡ, балалар өсөн дә йөҙ метрға йүгереү ҡаралған.

Йыйылған аҡсалар үҫешендә үҙенсәлектәре булған балаларға тотоноласаҡ.

Ҡатнашыусыларға теркәү үтергә кәрәк. Белешмә өсөн телефондар: 8-937-500-09-09, 8-917-799-06-25.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға