«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ялған дарыуҙы асыҡлау - телефон ҡушымтаһы аша



20.09.2019 Ялған дарыуҙы асыҡлау - телефон ҡушымтаһы аша

Киләһе йылдан Рәсәйҙә дарыу препараттары хәрәкәтенең мәғлүмәт системаһы мониторингы эшләй башлай. Һәр дарыу ҡабына уникаль код ҡуйыласаҡ. Уның буйынса етештереүсе завод менән ҡулланыусыға тиклем үткән юлды тикшерергә мөмкин. Был системаға етештереүселәр, күмәртәләп сауҙа итеү ойошмалары, дарыуханалар, медицина ойошмалары инергә тейеш. Әгәр ҙә етештереүсе әлеге ҡушымтаға мәғлүмәттәрҙе хаталы итеп йәки һуңлап яҙһа,штраф түләй. Дарыуҙы һатып алыусы телефондағы махсус ҡушымта аша уның ялған булыу- булмауын да тикшерә аласаҡ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға