«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бәүелә-бәүелә килә "Салауат..."



20.09.2019 Бәүелә-бәүелә килә "Салауат..."

«Салауат Юлаев» хоккейсылары турҙан-турға бәүелә-бәүелә Көнсығыш конференцияһында 9 мәрәй менән әлегә бишенсе урынды биләй.
Уҙған уйында улар «Авангард» командаһына 2:5 иҫәбенә отолдо. Үҙендә уҙғарған дүрт осрашыуҙа улар ике генә еңеү яуланы. Иртәгә «Нефтехимик» клубын ҡабул итеп, өс осрашыуҙан торған сәфәргә сығасаҡ. Башта «Спартак», һуңынан СКА һәм «Северсталь» хоккейсылары менән көс һынашасаҡ.
Әлеге уҙған турҙа «Металлург» уйынсылары ниһайәт ике мәрәйле булды. Шулай уҡ «Автомобилист» уҙған йылдағы кеүек, дәғүәселәренең фамилияһына ҡарамай, еңеү артынан еңеү яулай. Хәҙер уларҙың иҫәбендә 16 мөмкинлектән 16 мәрәй..





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға