«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ниагара шарлауығы Башҡортостан флагы төҫөндә янасаҡ



20.09.2019 Ниагара шарлауығы Башҡортостан флагы төҫөндә янасаҡ

Был акция Республика көнөндә - 11 октябрҙә үтәсәк.

АҠШ-тың Нью-Йорк штаты һәм Канаданың Онтарио провинцияһы араһында урынлашҡан Ниагара шарлауығы донъялағы иң матурҙарҙан һанала. 11 октябрҙә урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 10-да бында бик шәп күренеш буласаҡ - шарлауыҡты яҡтыртҡан уттар Башҡортостан флагы төҫөндә зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫтә янасаҡ. Июллюминация беҙҙеңсә ваҡыт менән 12 октябрҙең иртәнге сәғәт 7-лә үтәсәк.

Был акцияға Канада башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәриҙә Сәмерхәнова нигеҙ һалған. Уның тәҡдименә шарлауыҡтың хакимиәте ризалашҡан.

Шарлауыҡты дәүләт флагы төҫөндә яҡтыртыу тәжрибәһе Татарстанда бар. Быйыл 30 августа күршеләр шулайтып үҙҙәренең суверенитет алыуҙарын байрам иткән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға