«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Икеһенә 10 туп...



20.09.2019 Икеһенә 10 туп...

Футбол буйынса Чемпиондар лигаһының беренсе осрашыуҙарында «Зенит» менән «Локомотив» командалары уңышлы сығыш яһағандан һуң, Европа лигаһында «Краснодар» менән ЦСКА мәсхәрәгә ҡалды.
Улар икеһе лә дәғүәселәренә ҙур иҫәпкә отолдо. «Краснодар» уйынсылары Швейцарияла урындағы «Базель» клубына 5:0 иҫәбенә ҡыйралһа, ЦСКА иһә Болгарияла әллә ни билдәле булмаған «Лудогорец» командаһына 5:1 иҫәбенә еңелде.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға