«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Көслө ел "Ока"ны түңкәргән



20.09.2019 Көслө ел "Ока"ны түңкәргән

Кисәге дауылда Башҡортостанда ҡыйыҡтар осто, автобус туҡталышы ауҙы, ағастар һынып ауҙы. Ә бына Саҡмағош районында иһә көслө ел "Ока" автомобилен түңкәргән.

Был машина еңел, бейек - шуға ла "елкәнлек - парусность" тигән нәмәһе юғары. Кисә шуға ла Бүздәк-Саҡмағош-Дүртөйлө юлынан барған "Ока" ян яҡтан ҡапыл иҫкән көслө елгә бирешкән - уң яҡҡа ауып түңкәрелгән. Водителе һәм 61 йәшлек пассажир ҡатын йәрәхәтләнгән.

Ярай ел машинаны "встречка"ға, ҡаршы "КамАЗ"-маҙар аҫтына этмәгән...





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға