«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Көслө ел шаша



19.09.2019 Көслө ел шаша

Бөгөн елдең көсө секундына 26 м!

Учалы ауылында ел ҡотороп, Башҡорт гимназияһы түбәһенән бер нисә профнастилды алып ырғытҡан. Был ваҡытта уҡыусылар дәрестә булған, зыян күреүсе юҡ, шөкөр. Шулай ҙа иртәгә балаларға ял иғлан ителгән, дәрестәр булмаясаҡ. Ел тымғас та, мәктәптең түбәһе ремонтланасаҡ, әлегә ваҡытлыса брезент менән ҡапланған.

Бынан тыш Учалы ауылында балалар баҡсаһының да түбәһенең бер өлөшө ҡайырылып сыҡҡан. Уны шунда уҡ рәтләгәндәр.

Учалы ҡалаһында ла бер нисә йорттоң (Ленин урамы, 30 А, Рәсәй урамы, 18 адрестары буйынса) ҡыйығын ел зарарларға өлгөргән.

Әлегәсә ел тымырға уйламай ҙа...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға