«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 2024 йылға Башҡортостан халҡының сифатлы эсәр һыу менән тәьминәте 92,5 процентҡа етәсәк



20.09.2019 2024 йылға Башҡортостан халҡының сифатлы эсәр һыу менән тәьминәте 92,5 процентҡа етәсәк

БР Хөкүмәтендә "Таҙа һыу" төбәк проекты саралары үтәлешен тикшерҙеләр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул Рәсәй Президенты Владимир Путин бойороғо буйынса үтәлгән "Экология" милли проектына ярашлы эшләнә.

Вице-премьер - БР торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын үтәүсе Борис Беляев әйтеүенсә, 15 ноябргә тиклем һыу тәьминәтенең дүрт объектын проектлау тамамланасаҡ. Улар - Әлшәй районының Раевка ауылы, Саҡмағош ауылы һәм Шишмә эшселәр ҡасабаһы өсөн һыу таҙартыу системалары, Келәш һыу алыу урынын, Иглиндең көньяҡ өлөшөн сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итер өсөн һыу үткәргес селтәрҙәрен үҙгәртеп ҡороу.

Төҙөлөш-монтажлау эштәре алдағы йылдарҙа башланасаҡ. Борис Беляев белдереүенсә, һыу тәьминәте объекттарын проектлау һәм төҙөү ваҡыттарын БР торлаҡ-коммуналь хужалығы ҡәтғи тикшерә.

Был проектҡа быйыл Дәүләкән ҡалаһы һәм Өфө районы ҡушылды. Тәүгеһендә эсәр һыуҙы таҙартыу системаһы ҡорола, икенсеһендә алты кеше йәшәгән урында: Ҡомлокүлдә, Якшиван, Горново, Ҡыҙыл Яр, Карюгино һәм Тәжрибә хужалығында һыу алыу урыны һәм һыу таратыу селтәре төҙөлә.

Артабан бындай эш Стәрлетамаҡ, Әлшәй, Баймаҡ, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Иглин, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Кушнарен, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондарында башҡарыласаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға