«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мортаза Рәхимов: Минең уйымса, халыҡ Радий Хәбировтың эше менән ҡәнәғәт ҡалыр



19.09.2019 Мортаза Рәхимов: Минең уйымса, халыҡ Радий Хәбировтың эше менән ҡәнәғәт ҡалыр

Радий Хәбировтың инаугурацияһы тантанаһынан һуң Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов журналистар менән һөйләште.

- Радий Хәбиров республика Башлығы вазифаһын хаҡлы рәүештә алды, - тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы. - Мин уға яңы эштә уңыштар теләйем, сығышында әйткән пландары үтәлешен теләйнем. Минең уйымса Радий Хәбиров уйлаған эштәр бойомға ашһа, унан халыҡ
ҡәнәғәт ҡалыр.

Радий Фәрит улы үҙен һайлаусыларҙың, Рәсәй президентының һәм үҙенең командаһы ышанысын аҡларға вәғәҙәләне.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға