«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй футболсылары дүрт баҫҡысҡа күтәрелде



19.09.2019 Рәсәй футболсылары дүрт баҫҡысҡа күтәрелде

Рәсәй йыйылма командаһы футболсылары яңыраҡ уҙған Европа чемпионатының уңышлы һайлап алыу уйындарынан һуң рейтингыһын яҡшыртып, 46-сы урындан 42-сегә күтәрелде.
Был әлбиттә яҡшы, сөнки киләсәктә Европа беренселегенең финалына сыҡҡан командаларҙы төркөмгә бүлгәндә, рейтингыһын иҫәпкә аласаҡ. Шуның өсөн ҡалған осрашыуҙарҙа ла Рәсәй футболсыларына хәлен яҡшыртыу өсөн тик еңеү кәрәк буласаҡ.
Беҙ бит хатта Польша, Украина, Венесуэла, Тунис, Словакия, Румыния, Алжир, Көньяҡ Корея кеүек командаларҙан да ҡалышабыҙ. Ә инде юғарыла, беҙҙең төркөмдә сығыш яһаған Бельгия футболсылары урынлашҡан. Уҙған донъя чемпионы Франция командаһы уларҙан 27 мәрәйгә ҡалыша. Өсөнсөлә – Бразилия. Унан килә Англия, Португалия, Уругвай, Испания, Хорватия, Колумбия, Аргентина, Швейцария, Мексика, Голландия, Дания, Италия, Германия, Чили, Швеция, Перу, Сенегал, АҠШ, Польша, Уэльс, Украина, Венесуэла, Австрия, Ирландия, Тунис, Словакия, Румыния, Япония, Төньяҡ Ирландия, Нигерия, Сербия, Төркиә, Көньяҡ Корея, Алжир, Марокко, Парагвай, Исландия һәм Рәсәй.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға