«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Радий Хәбиров район башлыҡтарына оло рәхмәтен еткерҙе



19.09.2019 Радий Хәбиров район башлыҡтарына оло рәхмәтен еткерҙе

-Мин һайлауҙа халыҡтың ышанысын реаль эштәр аша яуланым. Бында миңә район башлыҡтары ярҙам итте. Улар минең талапсанлығыма түҙҙе һәм уңышлы эшләргә тырышты, - тине Радий Фәрит улы.

Артабан ул киләсәккә пландар менән бүлешеп, тел мәсьәләһенә лә туҡталды: "Ерле халыҡтың туған телен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн барыһын да эшләйәсәкмен", - тине һәм сығышын түбәндәгесә тамамаланы:

- Алға, Башҡортостан! Беҙ булдырабыҙ!
Беҙҙең артта ата-бабаларыбыҙҙың рухы һәм көсө!





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға