«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Полиция эте, әй юҡ, сусҡаһы



16.09.2019 Полиция эте, әй юҡ, сусҡаһы

Хоҡуҡ һаҡлау органдары тиҙҙән эт урынына сусҡа менән йөрөр микән?


Рәсәй Эске эштәр министрлығы һәм Федераль язаны үтәү хеҙмәте, полиция өсөн эткә ҡарағанда сусҡа яҡшыраҡ буласаҡ, тип фекер йөрөтә һәм был йәһәттән тәжрибәләр яһай. Баҡһаң, сусҡа үтә һиҙгер. Улар полицейскийҙарға наркотик һәм психотроп матдәләр эҙләргә ярҙам итәсәк.

Сит илдәрҙә был хайуандар ярҙамында әйбер эҙләү бөгөн ғәҙәти хәл. Ә АҠШ-тың сусҡа менән наркотик эҙләү буйынса күп йыллыҡ тәжрибәһе бар.

Францияла нисәмә быуат буйы ҡиммәтле трюфель бәшмәктәрен сусҡалар эҙләп таба икән, үәт әй!





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға