«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Нур" театрында яңы спектакль



16.09.2019 "Нур" театрында яңы спектакль

Айгөлдө Айгөл уйнай

27 һәм 28 сентябрҙә Мостай Кәримдең "Айгөл иле" әҫәре буйынса премьера көтөлә. Уны "Нур" татар дәүләт театры сәхнәләштерә.
Спектаклдең режиссеры - Зиннур Сөләймәнов, композиторы - Ришат Сәғитов, рәссаме - Лилиә Сөләймәнова, хореографы - Рәмизә Мөхәмәтшина. Әлеге ваҡытта премьераға ҡыҙыу әҙерлек бара.

Әсә һөйөүе һәм илһөйәрлек рухы... Хыялдар һәм ысынбарлыҡ... Бала саҡ иленән йәшлек ҡорона инеүсе төп героиня - Айгөлдөң кисерештәрен
тамашасыларға йәш артист Айгөл Юнысова бәйән итәсәк. Әйткәндәй, ул Илгиз Зәйниевтың "Хыял йорто" музыкаль комедияһында ла Айгөл ролен башҡара.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: мәҙәниәт министрлығы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға