«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кокорин – «Сочи»ға, Мамаев – ?..



16.09.2019 Кокорин – «Сочи»ға, Мамаев – ?..

Яңыраҡ билдәле футболсылар Александр Кокорин менән Павел Мамаев 2018 йылда тәртип боҙоп, холоҡ төҙәтеү колонияһында ултырып сыҡҡандарынан һуң уларҙың элекке етәкселәре ни ҡылырға белмәй баш вата.
«Зенит» командаһының баш тренеры Сергей Семак, Кокориндың сығыуына ҡыуанып, уны составта көтәсәгенә ышаныс белдерҙе. Улар уны формаға инеү өсөн башта «Сочи»ға арендаға биреп уйнатмаҡсылар. Ә инде Мамаевтың әлегә яҙмышы билдәһеҙ. Уның «Краснодар» менән килешеүе булһа ла, команда хужағы Мамаевтың кәрәклеген тоймай.
Әгәр бер ҙә эше килеп сыҡмаһа, Чечен Республикаһы Президенты Рамзан Кадыров алдан уҡ уларҙы «Әхмәт» клубына саҡырыуы хаҡында белдергәйне.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға