«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Таныш булығыҙ: яңы үҙәк ойошторола



16.09.2019 Таныш булығыҙ: яңы үҙәк ойошторола

2020 йылда Төбәк менән идара итеү үҙәге ойоштороласаҡ. Яңы структура төрлө ведомстволарҙан алынған мәғлүмәттәрҙе бергә туплап, анализлап, оператив ҡарарҙар ҡабул итәсәк.

Республика үҙәге хеҙмәткәрҙәргә тәүлек әйләнәһенә төбәктең эшмәкәрлегендәге төрлө йүнәлештәге мәғлүмәттәрҙе йыйыу һәм анализлау өсөн тейешле системалар менән йыһазландырыласаҡ. Был ведомство социаль- иҡтисади хәлде күҙалларға, халыҡтың үтенестәренә иғтибар бүлергә лә мөмкинлек бирә.

Мониторинг системалары социаль селтәрҙәге мөрәжәғәттәрҙе лә ҡарап барасаҡ. Уларҙың 70 проценты тиҙ арала хәл ителергә тейеш.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға