«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Әсәлек капиталы" арта



16.09.2019 "Әсәлек капиталы" арта

2020 йылдан Рәсәйҙә “Әсәлек капиталы” өс процентҡа артасаҡ һәм 466,6 мең һум тәшкил итәсәк. РФ Пенсия фондында был прогрмманы финанслау өсөн дөйөм алғанда 325 млрд һумға яҡын аҡса ҡаралған.


2024 йылға тиклем Рәсәйҙә «демография» милли проектын тормошҡа ашырыу ҙа планлаштырыла. Уның төп маҡсаттарының береһе – тәүге балаға түләүҙәрҙе һәм күп балалы ғаиләләргә айлдыҡ пособиеларҙың күләмен арттырырға. Бынан тыш, халыҡтың үлем кимәлен кәметеү, пенсия алдындағы граждандарға өҫтәмә белем биреү планлаштырыла. Алдағы алты йылға быларҙың барыһы өсөн дөйөм бюджет 3,1 млрд һум тәшкил итәсәк.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға