«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Испания баскетболсылары икенсе тапҡыр донъя чемпионы булды



16.09.2019 Испания баскетболсылары икенсе тапҡыр донъя чемпионы булды

Испания йыйылма командаһы финалда Аргентина баскетболсыларын 95:75 иҫәбенә еңеп, үҙ тарихында икенсе тапҡыр донъя чемпионы булды.
Беренсе тапҡыр улар 2006 йылда еңеүсе булғайны. Ә бына Аргентина спортсылары ике тапҡыр төп уйында уйнап, икеһендә лә вице-чемпион булды.
Өсөнсө урынға Франция командаһы сыҡты. Улар Австралия баскетболсыларын 67:59 иҫәбенә отто.
Киләһе беренселек 2023 йылда өс илдә: Япония, Индонезия һәм Филиппинда уҙасаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға