«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Торлаҡһыҙ ҡалған 10 балалы ғаиләгә өй бүләк иткәндәр



14.09.2019 Торлаҡһыҙ ҡалған 10 балалы ғаиләгә өй бүләк иткәндәр

Торлаҡһыҙ ҡалған 10 балалы ғаиләгә өй бүләк иткәндәрХәйбулла районының Бүребай ҡасабаһында йәшәүсе Тамара менән Александр Потякиндарҙың 16 балаһы бар.

Дүртәүһе - үҙҙәренең балаһы, ҡалғандары тәрбиәгә алынған. Уларҙың ҡайһы берҙәре үҫеп етеп, айырым донъя көтә.

Быйыл Яңы йыл каникулдарында Потякиндар ғаиләһендә бәхетһеҙлек булған - уларҙың өйөнә ут ҡапҡан.

Янғында бер кем дә зыян күрмәгән, ләкин 10 балалы ғаиләнең йәшәргә урыны булмаған. Тәүҙә улар ҡунаҡханала көн иткән, ә һуңғараҡ Хәйбулла районы хакимиәте ике бүлмәле фатир бүлгән.

Шунан һуң был эшкә Башҡортостандың Тәфтиш комитеты ҡушылған. Урындағы тау-байыҡтырыу комбинаты хәйриә фондына аҡса күсергән һәм Потякиндарға йорт һатып алғандар.

Йортоғоҙ ҡотло булһын!



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға