«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Испания белгесе Рәсәйгә килергә әҙер



13.09.2019 Испания белгесе Рәсәйгә килергә әҙер

Футбол буйынса Испания йыйылма командаһының элекке баш тренеры Фернандо Йерро, әгәр Рәсәйҙә эш тәҡдим итһәләр, ысын күңелдән барасағын белдерҙе.
51 йәшлек белгес беҙҙең илдә күп тапҡыр булып, уға һоҡланыуын йәшермәй.
"Рәсәй һоҡланғыс ил. Донъя чемпионатын да иҫ киткес итеп уҙғарҙы. Тик бына унда беҙҙе еңеүегеҙ күңелемде һаман ҡырып тора. Сөнки беҙ, ысынлап та һеҙҙән көслөрәк уйнаныҡ. Әлеге лә баяғы Рәсәйгә еңеү нығыраҡ кәрәк булғандыр. Командағыҙҙың ҡапҡасыһы Акинфеев та быға күп көс һалды.
Ә инде берәй клуб эш тәҡдим итһә, мин һәр ваҡыт әҙер", тине ул.
Белеүегеҙсә, уҙған донъя беренселегендә Рәсәй йыйылма командаһы 1/8 финалда испандарҙы пенальти серияһында еңеп, уларҙы беренселектән төшөрөп ҡалдырғайны.



Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға