«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ут тоҡанған самолет пассажирҙары яҡындары менән хушлашып өлгөргән



13.09.2019 Ут тоҡанған самолет пассажирҙары яҡындары менән хушлашып өлгөргән

Ут тоҡанған самолет пассажирҙары яҡындары менән хушлашып өлгөргәнSwoop авиакомпанияһы самолетының двигателенә ҡыр ҡаҙҙары килеп инеп ут ҡапҡандан һуң, ундағы пассажирҙарҙың күбеһе телефондан яҡындары менән хушлашып өлгөргән.
Авиалайнер 11 сентябрь көндө ғәҙәттән тыш хәлгә юлыҡҡан, ул Эдмонтонға осҡан булған. Самолет двигателе бер төркөм ҡыр ҡаҙҙарын һурып алған, пассажирҙар иллюминаторҙан сыҡҡан ялҡынды күргәндән һуң үҙҙәренең яҡындарына хушлашыу хаттары ла яҙып өлгөргән булған. Күптәр был осош һуңғыһы булыуға инанған. Бәхеткә күрә, самолет ваҡытында уңышлы ғына ергә төшөп ултырған һәм бөтә пассажирҙар ҙа иҫән ҡалған. Улар шулай уҡ билет өсөн тотонолған сығымдарын да кире ҡайтара алған.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: пиксабай


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға