«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Күп балалы әсә спортҡа ҡайтырға булды



13.09.2019 Күп балалы әсә спортҡа ҡайтырға булды

Бельгияның билдәле тенниссыһы, заманында донъя рейтингы буйынса беренсе урында торған Ким Клейстерс ҡабаттан ҙур спортҡа ҡайтмаҡсы булды.
36 йәшлек спортсы 2012 йылда яратҡан шөғөлөнән китеп, ғаилә ҡора һәм ошо арауыҡта өс балаға әсә була. Хәҙер килеп ғаилә ҡыуанысына өҫтәп, 2020 йылда ҙур спортҡа килерен белдерҙе.
Ким АКШ-тың асыҡ беренселегендә – 3, Австралияныҡында – 1, Ролан Гарроста – 1 һәм йыл һөҙөмтәһе турнирында 3 тапҡыр еңеүсе булып таныла. Шулай уҡ Уимблдон ярышында парлы бәйгелә лә алдынғылыҡты бирмәй. Ике йыл элек теннистың исеме Дан залына ла индерелде.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға