«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Өфө-Арена" янаааааааа!!!!"



13.09.2019 "Өфө-Арена" янаааааааа!!!!"

... тип шылтыратыусылар күп булды бая. Иртәнсәк, сәғәт 8-се яртыла күптәр боҙ стадионының ҡыйығы яна тип янғын һүндереүселәргә хәбәр итте.

Ваҡиға урынына килеп еткән ҡотҡарыусылар бер ниндәй ҙә янғынды тапмаған. Баҡтиһәң, төтөн тигән нәмә ябай һыу быуы булып сыҡҡан. Боҙ майҙанының конденсаторы һыуытыу системаһынан һыу шулайтып быуға әйләнә.

"Салауат Юлаев" клубы матбуғат хеҙмәте лә борсолорға сәбәп юҡ тип тынысландырҙы. "Өфө-Арена"ның бар техник хеҙмәттәре һәм ҡорамалдары штатлы режимда эшләй", - тинеләр улан.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға