«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йыйып ҡуйған куртка-итектәрҙе сығарығыҙ. Юғиһә һуң буласаҡ...



13.09.2019 Йыйып ҡуйған куртка-итектәрҙе сығарығыҙ. Юғиһә һуң буласаҡ...

Әбейҙәр сыуағы тамамланып килә. Киләһе аҙнала һыуытасаҡ.

Ялдарҙағы йылы көндәрҙә картуф алып, баҡса йыйыштырып, тышта ремонт эшләп ҡалығыҙ. 24 градусҡа тиклем йылы көтөлә, аяҙ торасаҡ.

Ә бына йәкшәмбенән ямғыр яуа башлаясаҡ. һауа температураһы +21 тирәһендә торасаҡ. Төндә һыуыҡ, +9 ғына.

Дүшәмбе көндө эшкә, уҡыуға куртка, кәпәс, итек кейеп барығыҙ. Көнө буйы ямғыр яуасаҡ, +14 градус ҡына йылы буласаҡ. Төндә иһә +7.

Шишәмбе лә шулай булырға вәғәҙәләй.

Шаршамбыла бер аҙ йылытасаҡ. Термометрҙар +18 күрһәтәсәк. Ямғыр ҙа туҡтамай яуасаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға