«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әсәһенең үлеменә ике йәшлек бала сәбәпсе



13.09.2019 Әсәһенең үлеменә ике йәшлек бала сәбәпсе

Әсәһенең үлеменә ике йәшлек бала сәбәпсе Белорусияла ике йәшлек ҡыҙ яңылыш ҡына әсәһен һығып үлтергән.


Фажиғә Брест өлкәһендә була. 31 август көнө йәш ғаилә ауылға ҡунаҡҡа килә. Фаразлауҙарынса, 21 йәшлек ҡатын машинаның асыҡ тәҙрәһенән балаһын күтәреп алам тип, ынтылған. Шул ваҡытта, күрәһең, бала яңылыш ҡына тәҙрәне яба торған төймәгә баҫҡан һәм әсәһенең муйынын ҡыҫҡан. Ире килеп еткәндә ул аңын юғалтҡан булған. Йәш атай тәҙрәне ватып асып, “Ашығыс ярҙам” саҡырта, ҡатынды дауаханаға оҙаталар. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар ярҙам итә алмай, 7 сентябрҙә ул мәрхүм була.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға