«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 200 – ҙән артыҡ кешене ҡотҡарған Рәсәй Геройы Дамир Йосопов тураһында яңылыҡ бар



13.09.2019 200 – ҙән артыҡ кешене ҡотҡарған Рәсәй Геройы Дамир Йосопов тураһында яңылыҡ бар

Самолет һәләкәте ваҡытында күрһәткән батырлығы өсөн Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған Дамир Йосоповтың исеме Сызрань ҡалаһы Маҡтау таҡтаһына яҙыласаҡ.
Ҡала башлығы Николай Лядин 7 сентябрҙә Сызрань ҡалаһы Маҡтау таҡтаһында Рәсәй Геройы Дамир Йосоповтың исемен һәм фотоһын урынлаштырыу тураһында ҡарар ҡабул иткән.

Маҡтау таҡтаһына кандидаттар билгеләү комиссияһы әлеге ҡараҙы хуплаған. «Сызрань ҡалаһы округы Маҡтау таҡтаһындағы яңы исемдәр» тантанаһы 10.00 сәғәттә ҡала хакимиәте янындағы төп майҙанда ( Совет урамы, 96) уҙасаҡ.

Августа Мәскәүҙән Симферопльға юл тотҡан «А321» аэробусы, двигателдәре сафтан сығыу сәбәпле, Мәскәү өлкәһендәге Жуковский аэропорты янындағы кукуруз баҫыуына төшөп ултырырға мәжбүр булды.

Самолет командиры Дамир Йосоповҡа Герой исеме бирелде. «Урал авиалиниялары» авиакомпанияһының «А321» аэробусы командиры Дамир Йосопов ҡабат эшкә сығасаҡ. 6-7 сентябрҙә Дамир Йосопов үҙенең ғаиләһе менән йәшәгән Сызрань ҡалаһында Ҡала көнөн байрам итәсәк.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: politikus.ru сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға