«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Теште таҙартырғамы, әллә алма ашарғамы?



13.09.2019 Теште таҙартырғамы, әллә алма ашарғамы?

Халыҡта йоҡлар алдынан теште таҙартыу урынына бер алма ашау ҙа етә, тигән фекер нығынған. Әммә Британия стоматологтары быны инҡар итә.


Алманың составында, башҡа емештәрҙә кеүек үк, шәкәр бар, ә шәкәр – кариестың иң яҡшы дуҫы. Шунлыҡтан, алма теште таҙарта тигәнгә генә ышанырға ярамай. Киреһенсә, алма ашағандан һыу яҡшы итеп ауыҙҙы һыу менән сайҡатырға кәрәк. Әйткәндәй, шул уҡ инглиз стоматологтары алма ашағандан һуң ярты сәғәт үткәс кенә тештәрҙе паста менән таҙартырға кәңәш итә. Улар фекеренсә, алмалағы кислоталар паста менән ҡушылып, тештең эмаленә зыян килтерә.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға