«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөтнөк тын юлдарын аса



12.09.2019 Бөтнөк тын юлдарын аса

Был үләнде халыҡта еҫле үлән тип тә йөрөтәләр.

Ул дымлы урында яҡшы үҫә. Уның сәскәһе лә, япрағы ла файҙаланыла .

Үҫемлектә эфир майҙары бар, ментол күп.

Бөтнөк организмдағы ҡан тамырҙарын киңәйтә. Япрағын сәйгә һалып эсһәң, тын юлдары асыла, күңел күтәрелә.
Бөтнөк бик нык дулҡынланғанда, ярһыған кешене тынысландырырға ярҙам итә.

Ул– һыуыҡ үткәндә алмаштырғыһыҙ сара.

Хужабикәләр уны аш әҙерләгәндә лә тәмләткес итеп ҡуллана. Йыуынғанда, ваннаға һалырға ла мөмкин.

Бөтнөктән төнәтмә әҙерләү өсөн 1 аш ҡалағы япраҡты 1 стакан ҡайнар һыуға һалып төнәтәләр. Ул күңел болғанғанда һәм үт ҡыуғанда сара булараҡ ҡулланыла. Уның менән ауыҙ ҡыуышлығын да сайҡаталар.



Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com сайтынан



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға