«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тик торған машиналар йәненә тейгән



12.09.2019 Тик торған машиналар йәненә тейгән

Тик торған машиналар йәненә тейгәнАвтомобилдәрҙе асҡысы менән сыймаҡлап сыҡҡан ҡатынға 200 мең һум аҡсаһын сығарып һалырға тура киләсәк. Өфө ҡалаһының Орджоникидзе район суды 56 йәшлек пенсионерға ҡарата шундай хөкөм ҡарары сығарған.


Быйыл февралдә бер аҙ һуҡмыш ҡатын подъездан сыҡҡанда, йорт алдында теҙелешеп торған машиналарҙы күрә. Был уға оҡшап етмәй. Кеҫәһенән тимер ишек асҡысы алып, уларҙың кузовын һәм быялаларын һыҙғыслай башлай. Бөтәһе 13 машинаны, шул иҫәптән «Тойота», «Шкода», «Сузуки», «Датсун», «ВАЗ» автомобилдәрен «матурлап» сыға. Автомобилдәргә килтерелгән дөйөм зыян 195 мең һумлыҡ булған.
Хөкөм ителеүсе тулыһынса үҙ ғәйебен таныған. Суд уны һынау осоро менән бер йылға иркенән мәхрүм иткән һәм автомобилдәргә килтерелгән зыянды ҡаплатҡан.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Башинформ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға