«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Динамо» менән «Өфө» араһындағы уйында VAR системаһы ҡулланыласаҡ



12.09.2019 «Динамо» менән «Өфө» араһындағы уйында VAR системаһы ҡулланыласаҡ

Ошо ялда Рәсәй Премьер-лигаһы 9-сы турын башлап, «Динамо» командаһы 16 сентябрҙә, үҙендә «Өфө» футболсыларын ҡабул итәсәк.
Был уйында VAR системаһы (видеоярҙам) ҡулланыласаҡ. Йәғни уйында теге йәки был спорлы осраҡты хөкүм итеүселәр видеоҡабатлау ярҙамында хәл итә.
Әлегә «Өфө» клубы 8 уйындан һуң 10 мәрәй яулап, турнир таблицаһының 10-сы урынын биләй. «Динамо» иһә, 9 мәрәй менән 11-се.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға