«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 63 килограмға ябыҡҡан



12.09.2019 63 килограмға ябыҡҡан

63 килограмға ябыҡҡанБөйөк Британиянан 35 йәшлек Ким Тарнер балалары менән күберәк бергә булыу өсөн 63 килограмға ябыҡҡан.


Уның кәүҙә ауырлығы 143 кг булған. Тын ҡыҫылыуҙан интеккән, баҫҡыс буйлап та көскә күтәрелгән. Өс йәшлек балаһын күтәреүе лә ауыр булған, арҡаһы ауырта башлаған. Артыҡ кәүҙә ауырлығы балалары менән йүгереп уйнарға, саф һауала йөрөргә лә ирек бирмәгән. Ә мәктәптәге ата-әсәләр менән берлектәге спорт ярыштарынан ҡото осоп торған.


Балалары әсәләренең һимеҙлегенән оялмаһын өсөн ябығырға ҡарар итә һәм май айында ябығыусылар программаһына ҡушылып, фитнесҡа йөрөй башлай. Организм өсөн зыянлы аҙыҡтарҙы ашауҙан туҡтап, йәшелсә менән иткә өҫтөнлөк бирә, күберәк йәйәү йөрөй. Һөҙөмтәлә, бер нисә ай эсендә теләгенә ирешә –63 килограмға ябыға. Әле иһә өс бала әсәһе ябығырға теләүселәр өсөн үҙ төркөмөн булдырырға итә.


Әйткәндәй, ошо уҡ илдә 350 кг кәүҙә ауырлығына эйә полиция хеҙмәткәре бер йыл эсендә өс тапҡырға ябыға. Диетаға ултыра, һәр калорияны һанай башлай, физик күнегеүҙәр эшләй. Һуңынан иһә тотош ашханаһын тренажер залына әйләндерә.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: lenta.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға