«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иҫке машиналарҙан бер янғын хәүефһеҙлеге машинаһын ҡорған



12.09.2019 Иҫке машиналарҙан бер янғын хәүефһеҙлеге машинаһын ҡорған

Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы хакимиәте башлығы Әмир Төхвәт улы Сафиуллин кәрәкһеҙ, тип табылған һәм металл һынығы итеп ташланған янғын һүндереү машинаһын ҡайтанан тергеҙгән. Бының өсөн ул тағы ла бер иҫке, эштән сыҡҡан автобус һатып алған. Алтын ҡуллы ир, бөтә оҫталығын эшкә егеп ике иҫкенән бынамын тигән яңы машина ҡорған. Һөҙөмтәлә 3 тонна һыу һыйҙырышлы цистернаһы, насосы, һыу һурҙырыу рукавтары булған янғын һүндереү техникаһы килеп сыҡҡан. Ул бар талаптарға яуап бирә һәм заводтан сыҡҡан машинана бер ни менән дә айырылмай.
Бөгөн ауыл биләмәһе иҫәбендә ике янғын хәүефһеҙлеге автомашинаһы иҫәпләнһә лә, өсөнсөһө лә ҡамасауламаҫ, ти йүнсел етәксе.
Әйткәндәй, бындай идея Әмир Төхвәт улы Сафиуллиндың башына 90-сы йылдарҙа уҡ килә. «Был осорҙа эшкә яраҡлы техниканы ла металлаломға оҙаттылар. Ошо хәл күңелдә төйөр булып тороп ҡалды,» – ти ул.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: Ә.Т. САФИУЛЛИН фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға