«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Биш районда игендең тулайым йыйымы 100 мең тоннанан ашҡан



12.09.2019 Биш районда игендең тулайым йыйымы 100 мең тоннанан ашҡан

Башҡортостанда ураҡ дауам итә. БР Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, 11 сентябргә ҡарата ауыл эшсәндәре майҙандарҙың 70 процентын урған, 2,3 млн тонна иген һуҡҡан.

Урал алды дала һәм көньяҡ урманлы дала зоналары юғары юңыш күрһәтә. Республикала уртаса уңдырышлылыҡ гектарына 19,8 центнер тәшкил итһә, Саҡмағош районында иһә ул ике тапҡырға тиерлек күберәк. Бында тулайым йыйым буйынса алдынғылыҡ бар - 130,4 мең тонна ашлыҡ ырҙындарға оҙатылған.

Стәрлетамаҡ районы ла бирешмәй, 128,3 мең тонна иген туплаған. Илештәр 121 мең тонна уңыш йыйған. Ауырғазы һәм Мәләүез райондары ла йөҙ мең тонналыҡ кимәлде уҙа алған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға