«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һыра стадиондарға ҡайтмаҡсы



12.09.2019 Һыра стадиондарға ҡайтмаҡсы

Рәсәйҙә спорт стадиондарында һыра һатыуҙы күптән тыйғайнылар инде.
Әммә былтыр беҙҙә уҙған футбол буйынса донъя чемпионатында ул эсемлекте стадиондарға ҡайтарҙылар. Һәм күптәр фекерләүенсә, ул әллә ни дөйөм күренешкә насарлыҡ килтермәй, киреһенсә көйәрмәндәрҙе уйынға йәлеп иткән. Тағы килеп, һыра эсемлеге күп командаларҙың бағыусыһы ла булып тора. Шуға уны яйлап һатыуға рөхсәт бирелә башланы. Тик үҫмерҙәр ярышы ваҡытында ғына тыйыласаҡ, тиелә.
Шулай ҙа Рәсәй физик культуры, спорт, туризм һәм йәштәр комитеты стадионға һыра индереүгә ҡырҡа ҡаршы булып сыҡты. Әлегә уның өҫтөндә яңынан өҫтәмәләр индереп эшләйәсәктәр.



Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға