«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Металлург» чемпионатҡа әҙер түгел



12.09.2019 «Металлург» чемпионатҡа әҙер түгел

Магнитогорскиҙың «Металлург» хоккейсылары миҙгел башланғанынан алып уҙғарған биш осрашыуҙа дүрт тапҡыр еңелеп, чемпионатты уңышһыҙ башланы.
Миҙгел башында уҡ клубтың баш тренерын алмаштырған Илья Воробьев та әлегә һөҙөмтәне үҙгәртә алмауын белдереп, команданы беренселеккә әҙер булмауына ишара яһаны. Сөнки ул килеү менән дә ике тапҡыр Гагарин кубогын яулаған «Металлург» өс осрашыуҙа отолдо. Воробьев әйтеүенсә, команда физик яҡтан бөтөнләй әҙер түгел.
Бөгөн «Салауат Юлаев» командаһы үҙ майҙанында КХЛ-дағы тәүге уйынын «Автомобилист» уйынсылары менән уҙғарасаҡ. Өфөләр әлегә өс осрашыуҙан һуң биш мәрәй яулап, Көнсығыш конференцияһында алтынсы урынды биләй. Юғарыла 8-әр мәрәй яулап, «Авангард» менән «Автомобилист» командалары килә.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға