«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Артур Әхмәтханов исемендәге урам буласаҡ



11.09.2019 Артур Әхмәтханов исемендәге урам буласаҡ


Баш ҡала урамдары арта. Иң һөйөндөргәне – уларға республикаға лайыҡлы эштәре менән танылған билдәле шәхестәрҙең исемдәре бирелә.Өфө ҡала советы депутаттары Өфөнөң Амантай һәм Перовская урамдары араһындағы яңы урамға милиция генералы Артур Әхмәтхановтың исемен бирергә ҡарар итте.
Артур Фәрүәз улы республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе, 2005-2008 йылдарҙа БР эске эштәр министры урынбаҫары, 2008-2016 йылда Төньяҡ Осетия - Аланияның эске эштәр министры, 2018 йылдан БР Хөкүмәте вице-премьеры булып эшләне.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға