«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шумахер аңына килгән



11.09.2019 Шумахер аңына килгән

Билдәле «Формула – 1» мотоуҙышы буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы, данлыҡлы немец спортсыһы Михаэль Шумахер Франция клиникаһына оҙатылды.
Шумахер бынан алты йыл элек яратҡан шөғөлөнән киткәйне. 2013 йылда тау саңғыһында шылып, ауыр йәрәхәт ала. Шул ваҡыттан алып, ул аңына килә алмай ыҙалана. Яңыраҡ табиптар 50 йәшлек мотоуҙышсының аңына килеүе хаҡында белдерҙе. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә таянғанда, уны дауалау өсөн яҡындары 16 миллион евро сарыф иткән.
Шумахерҙың 22 йәшлек ҡыҙы һәм 20 йәшлек улы бар. Малайы атаһының юлын дауам итеп, «Формула – 2» мотоуҙышы пилоты.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға