«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Колбасанан алтын балдаҡ килеп сыҡҡан



11.09.2019 Колбасанан алтын балдаҡ килеп сыҡҡан

Новосибирск ҡалаһынан кискелеккә салат эшләйем тип колбаса һатып алған ҡатынды көтөлмәгән сюрприз көтә. Колбасанан никах балдағы килеп сыға.


Ҡатын ялыу менән урндағы Роспотребнадзор идаралығына мөрәжәғәт итә. «Колбасаны «Мария-Ра» супермаркетында һатып алдым», – ти ул. Ә сервелат «Омский бекон» предприятиеһында етештерелгән. Колбасаны ҡырҡа башлағас, бысаҡ ниндәйҙер ҡаты әйбергә төртөлә. Ныҡлабыраҡ ҡараһа, унда алтын балдаҡ булып сыға.


– Әгәр ҙә минең ике йәшлек улым балдаҡты йотһа? – тип асыулана ҡатын.
Әхлаҡи зыян өсөн әлегә табышын үҙендә ҡалдырырға була. Ә Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре 30 көндән һуң предприятиелағы тикшереү тураһында хәбәр итәсәк.



Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: news-r.ru



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға